Поиск по сайту
Статистика сайта

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2015 » Февраль » 27 » 1945-2015 г 70 лет Победы
16:25
1945-2015 г 70 лет Победы
Яуза ла, тормошта ла hынатмай ул
Шығай ауылында йәшәгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы ӘБСӘЛӘМОВ ѳсѳн 2015 йыл икеләтә байрам: беренсенән, бѳтә ил менән Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылаясаҡ, икенсенән, 4 февралдә 90 йәшлек юбилейын билдәләй.

Тыуған кѳнѳ алдынан беҙ юбиляр менән осраштыҡ. Мәһәҙей Бикбай улының ҙур булмаған йорто Шығай ауылының уртаһында урынлашҡан. "Һеҙ килерҙе белгәс, кисәнән бирле үҙенә урын тапмай”, - тип ҡаршыланы ҡыҙы Шәүрә. Ысынлап та, Мәһәҙей Әбсәләмов һәр ваҡиғаны йѳрәгенә яҡын алған, һәр нәмәгә яуаплы ҡараған кеше булыуын туғандары ла, ауылдаштары ла яҡшы белә. Ошо сифаттарға эйә булғанғалыр, ул бѳгѳн ошо олпат йәшкә тиклем еткәндер ҙә. Уның күргәндәрен әллә күпме яҙһаң да, осона сығырлыҡ түгел. Шуға ветеран менән осрашып, уның данлы тормош юлы тураһында хәтирәләр ебен тағы ла бер һүтергә ҡарар иттек.

Мәһәҙей Бикбай улы 1925 йылдың 4 февралендә Шығай ауылында Ѳмѳкамал Ғәлиулла ҡыҙы менән Бикбай Әбсәләм улы Әбсәләмовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1931 йылда атаһына "мулла” мѳһѳрѳ тағып, тѳрмәгә алып китәләр. Әсәһе ѳс бала менән тороп ҡала. Ѳйҙәрен конфисковать итәләр: бер яртыһында Әбсәләмовтар үҙҙәре йәшәй, икенсе яртыһын балалар баҡсаһы итәләр. Йәшәргә урын булмағас, Әбсәләмовтар ғаиләһе Ятва тигән утарға (хәҙерге Сосновка) күсеп китә. Мәһәҙей Савинов тигән урыҫтарҙа һарыҡ кѳтә.

Шығай ауылында "мулла балаһы” тип мәктәпкә алмайҙар, шуға Ятвала рус мәктәбенә уҡырға бара. 1934 йылда атаһы ҡайтып килә. Ул аръяҡта ҡул менән таш аҡтарыу эшенә урынлаша. Үҙәнбаш ауылында артель асылғас, Бикбай Әбсәләмов шунда ағас ҡырҡыусы булып эшкә китә. Балалары атаһы эргәһендә ярҙамлашып үҫә. Тѳрмәлә ултырыу үҙенекен итә: 1936 йылда Бикбай Әбсәләм улы үлеп ҡала. Аталары үлгәс, ғаилә Шығайға ҡайта. Ѳйҙәре лә булмай: уны һүтеп, ҡалаға күсергән булалар.

"Башҡортостан 10 йыллығы” колхозы рәйесе Ғәней Әминев ярҙамында уларға Үҙәнбаштан мунса кеүек ѳйҙѳ күсереп бирәләр. Һарайҙары ҙур булғас, колхоз һарығын килтереп ҡуя, әсәләре шул һарыҡтарҙы ҡарай. Мәһәҙей Әбсәләмов ауыл мәктәбендә IV класҡа тиклем белем ала, ә инде VII класты Сермән мәктәбендә тамамлай. Ул саҡта интернат юҡ, шуға ла ул Сермәндә йәшәгән апайы Зѳләйха Аҙнабаевала (ире Аҙнабаев Искәндәр һуғышта һәләк була) ятып уҡый. Сығарылыш имтихандарын тапшырған саҡта уҡ Мәһәҙей Бикбай улы колхозда ат кѳткән була. Сермәнгә иптәше Мѳжтәбә Ғәле улы Татлыбаев менән атта имтихан бирергә йѳрѳйҙәр.

- Үҙем уҡыйым, тѳнѳн ат ҡарайым. Имтихандарға ат менән йѳрѳйбѳҙ. Ағиҙелдең ташҡан мәле, аттарҙы йѳҙҙѳртѳп сығабыҙ. Һуғыш башланған ваҡытта колхозда ат ҡараусы булып эшләп йѳрѳй инем. Бер ваҡыт шау-шыу ҡупты: "Аттарҙы апҡайтығыҙ, һуғыш башланған!” - тиҙәр. Беҙ ни һуғыштың нимә икәнен дә белмәйбеҙ. Аттарҙың иң яҡшыһын - айырып ҡараған "РКК” тип йѳрѳтѳлгәндәрен алып киттеләр, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Мәһәҙей Бикбай улы.
Бала саҡтан колхоз малын кѳтһә лә, уға хеҙмәт кенәгәһен 1941 йылдан ғына асалар. 1944 йылдың кѳҙѳндә һуғышҡа алына. Элемтәсе була. Фронт командующийы И.С. Коневты элемтә менән тәьмин итеп, Польша, Германия ерҙәре аша үтә.

- Фронтта элемтәсе булыу еңелдән түгел ине. Иртәнсәк тороп аппарат, тырнаҡ, автомат, кабелде йѳкмәйһең дә, линия буйлап китәһең. Ерҙән һѳйләшеп булмай, бағанаға менеп һѳйләшергә кәрәк. Һигеҙ сым үтә ине: икеһе беҙҙеке, ҡалғаны хәрбиҙәрҙеке. Бәйләнеш ѳҙѳлһә, етешһеҙлекте бѳтѳрѳү ѳсѳн тѳн булһа ла сығып китергә тура килә. Ҡолаҡтан бер минутҡа ла телефонды алмайбыҙ, сѳнки беҙ һәр саҡ бәйләнештә булырға тейешбеҙ. Телефонды хатта ҡолаҡҡа бәйләп ала инек, йоҡлағанда ла ысҡындырмайбыҙ. Телефонист- күҙәтеп тороусы булдым инде. Әле телевизорҙан Украинала барған хәлдәрҙе күҙәтеп барам һәм: «Беҙ шунда йѳрѳнѳк», - тип ҡарап ултырам. Беренсе Украина фронтында хеҙмәт иттем бит.

Һуғышҡа Краковтан барып инелде, аҙаҡ Котовица һәм башҡа бик күп ауыл-ҡалаларҙы азат итеп, Бѳйѳк Еңеүҙе Польшаның баш ҡалаһы Варшавала ҡаршыланыҡ. Һуғыштан һуң хеҙмәт итеп, 1947 йылдың 1 ғинуарында тыуған ауылыма ҡайтып тѳштѳм. Күҙ ауыртып, күреү һәләтем насарайғас ҡына ҡайтарҙылар. Хеҙмәт иткән саҡта бер иҫкәртеү алманым, - ти Мәһәҙей Бикбай улы. Фронттан ҡайтҡан йәш егетте тәүҙә иҫәпсе итеп ҡуялар, аҙаҡ инде бригадир вазифаһын үтәй. Йәй колхозда эшләһә, ҡыш урман ҡырҡыуға йәлеп итәләр. "Ул саҡта норманы үтәһәң, яҡшы эш хаҡы түләнә ине. Мин 40 норманы үтәнем, шуға ла күп аҡса алып эшләнем,” - тип хәтерләй һуғыштан һуңғы йылдарҙы ветеран. Тәүҙә уны коммунистар партияһына "мулла балаһы” тип алмайҙар, аҙаҡ - 1954 йылда партия сафына ҡабул итәләр. Колхозды үҫтереү ѳсѳн күп кѳс һала Мәһәҙей Әбсәләмов. Бригадир сағында Шығайҙа быҙау, һыйыр һарайы, һѳт ҡабул итеү урыны тѳҙѳтә. Хѳсәйендә быҙау, һыйыр һарайы, Үткәлдә ат аҙбары ла уның тырышлығы менән эшләнә.

- Бер урында иркенләп эшләп, пландарҙы тормошҡа ашыра ғына башлаһам, икенсе урынға күсерәләр ҙә ҡуялар. Миңә бер урында оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Үткәлдә бригадир булған саҡта мәктәп тѳҙѳтѳргә йѳрѳй инем, тағы ла икенсе урынға күсерҙеләр. Йәй булһа, йәштәрҙе йыйып, Николаевкаға бесән әҙерләргә китә инем. Иң күңелле мәлдәр - Ирәмәлдең түбәһендә бесән әҙерләгән ваҡыт. Бала-сағаға ауыр ҡағылмаҫҡа тырыштым, әүрәтеп эйәртеп йѳрѳттѳм, - ти ул, йәш саҡтарын иҫләп. Эшкә шәп, үҙен бер ерҙә лә аямаған Мәһәҙей Бикбай улы БАССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 19 июлендәге Указы менән Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Үҙ хеҙмәт юлында күп кенә Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булһа ла, хеҙмәт ветеранына Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ѳсѳн миҙалдары һәм ошо БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы иң ҡәҙерлеһе. 1985 йылда хаҡлы ялға китә, әммә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй. Ата-бабалары юлын дауам итеп, дингә баҫа. 1995 йылда уның юллауы буйынса элекке китапхананы мәсет итеп үҙгәртәләр, хәҙер иһә иман йорто элекке медпункт бинаһында урынлашҡан. "Дингә баҫыуыма күп нәмә булышлыҡ итте.

Беренсенән, атайым мулла булды. Икенсенән, туғандар араһында ла дин юлында йѳрѳгәндәр бар. Ҡайным Хәйбулла Аҡбашев мулла ине, Стәрле яғынан килгән Иҡсанов Шәмсетдин хәҙрәт тә бер туған еҙнәм булды. Уларҙың уҡығанын тыңлап, ишетеп йѳрѳнѳм, Әбделвәлей Ғәлиуллин мине ныҡлап уҡырға ѳйрәтте” - ти ул.

- 90 йәшкә тиклем етермен, тип уйлаған саҡтарығыҙ булдымы? - тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

- Эйе, олғайғансы йәшәремде белдем, сѳнки тәмәке тартманым, 30 йәшкә тиклем араҡының нимә икәнен дә белмәй инем. Эсергә эштә ѳйрәттеләр, әммә 60 йәшемдә рюмканы түңкәрҙем дә: "Башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын”, - тинем. Мин әйткән һүҙемдә торам. Малайҙарымдың береһе лә тартмай. Армияла саҡта тәмәке бирәләр ине. Егеттәр шәкәргә алмаштырып һорайҙар. Мин уларға бушлай бирә инем. Армияла алама ботинка, шинелдә йѳрѳнѳк. Йәш саҡта күрмәгәнде күрелде инде, бѳгѳн шуның рәхәтен татыйым. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр хѳрмәт итә, бер-бер артлы килеп- китеп тора. Күршеләрем Алмабикә Ғәлиуллина, Әҡсән Ғизетдинов, Хисам Хәйруллиндарға рәхмәтлемен. Фельдшерыбыҙ Филүзә Салауат ҡыҙы Миһранованың ярҙамы ҙур. Беҙҙең эргәнән үтеп барғанда ла хәл белеп, ҡан баҫымымды үлсәп китә. Улар һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Хәҙер ҡартайылды. Тышҡа сығып йѳрѳүе ауыр. Кис кѳнѳ тышҡа сығыуы бигерәк ҡыйын. Йәш саҡта һаулыҡты ҡайғыртмайһың икән, әле аяҡтар ауырта. Утынды үҙем һатып алам. 1956 йылда һалынған йорт иҫкерҙе инде, яғып ѳлгѳртѳп булмай.
Аптыраған кѳндән Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән ҡыҙымды ҡайтарып алдым. Хәҙер ул мине ҡарап, хеҙмәт стажын юғалта инде, эше һәйбәт ине. Фатир кәрәк, яҙ! Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ алдынан Шығайға район хакимиәтенән етәкселәр килә, уларҙан фатир һорарға торам. Шунда барып йәшәр инем, - ти Мәһәҙей Әбсәләмов. Һуғыштан ҡайтҡандан һуң бер йыл үткәс, Мәһәҙей Бикбай улы Үҙәнбаш ауылынан Фатима Алсынбай ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Улар ете балаға ғүмер бирә. Шығай ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе булып тора. Ваҡыт үҙенекен итә, тигәндәй, бер нисә йыл элек тормош иптәше вафат була. Әлеге ваҡытта ѳс ҡыҙы һәм ѳс улы иҫән, һәр береһе матур итеп донъя кѳтә. Ветерандың 20 ейән-ейәнсәре һәм 21 бүлә- бүләсәре бар. Бѳгѳнгѳ кѳндә Мәһәҙей Бикбай улы матур ҡартлыҡ кисерә, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Ауылдаштары уны хѳрмәт итә. Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мѳхәмәтдинов уның хәле менән даими ҡыҙыҡһынып тора, мѳмкин булғанса ярҙам итә. "Әле ауылда Мәһәҙей Бикбай улының юбилейын билдәләү буйынса әҙерлек бара. Беҙ уны хѳрмәт итәбеҙ. Ул йәмәғәт тормошонда элек тә әүҙем булды, әле лә ситтә ҡалмай”, - тине Фәтих Һаҙый улы. Алтынға тиң ғүмер үткән һәр бер ветеран тик хѳрмәткә генә лайыҡ. Улар илебеҙҙе һаҡлау һәм һуғыштан һуң уны аяҡҡа баҫтырыу ѳсѳн бѳтәһен дә эшләне. Хѳрмәтле Мәһәҙей Бикбай улына ла иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.Фото автора www/ural-rb.ru
Просмотров: 181 | Добавил: Управделами | Рейтинг: 0.0/0
Главная Регистрация RSS
Приветствую Вас, Гость